2023 йылда үҙ бизнесын башларға теләгән 3,5 меңдән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл һәм айырым кешеләр “Минең бизнесым” үҙәге ойошторған белем биреү сараларында ҡатнашты. Был күрһәткес 2022 йылдағынан 20 процентҡа юғарыраҡ. Программалар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә (в рамках национального проекта “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырылған. – Белем биреү программалары - бизнесты һөҙөмтәле үҫтереү өсөн яңы белем генә түгел, үҙ тармағында файҙалы бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге лә. Саралар хаталарҙан ҡотолорға һәм тотороҡло килемгә сығырға мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 2023 йылда бөтәһе 100-гә яҡын белем биреү сараһы үткәрелә, шул иҫәптән “Эшҡыуар әлифбаһы”, “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе”, “Эшҡыуар әсәй”, “Йәштәр эшҡыуарлығы”, “Социаль проекттар акселераторы”, “Lady007” бизнес-акселераторы, вебинарҙар, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре. Саралар офлайн һәм онлайн форматтарҙа үтә. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин май указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22862/