Найти тему
Башҡортостан гәзите

10 февралгә тиклем ураҙа тотоп өлгөрөгөҙ

12 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем Рәжәб айы бара. Унан Шағбан башлана, артабан инде - Рамаҙан, мосолманға ураҙа тоторға кәрәк. Әммә Рәжәб айының ураҙаһы ла файҙалы. Әнәс, разыйаллаһу ғәнһү, әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм шулай тине: «Әгәр кем дә булһа берәү Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, ул кеше өсөн тамуҡ ишектәре ябылыр һәм бикләнер. Әгәр кеше Рәжәб айында һигеҙ көн ураҙа тотһа, ожмахтың һигеҙ ишеге асылыр, 10 көн ураҙа тотһа, хәжәттәренең бөтәһе лә үтәлер, доғалары ҡабул булыр. 15 көн ураҙа тотһа, күктән хәбәр килер: «Эй, ураҙа тотҡан бәндә, һинең гонаһтарыңдың бөтәһе лә ярлыҡанды, ғәмәл дәфтәреңдә изгелектәрең генә ҡалды!» Марат Ғафаров фотоһы. Сығанаҡ: https://nazir1965.com/ғibrәtle-ҡissalar-xikәjәttәr-vәғәzdәr/rәzhәb-ajy-xaҡynda.html