Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙылма байлыҡтар буйынса күсмә ултырыш үтте

Радий Хәбиров Учалыла ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышын үткәрҙе. 31 ғинуарҙа Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Урал аръяғы райондары башлыҡтары, шулай уҡ ҡаҙылма байлыҡ компаниялары директорҙары ҡатнашты. Ултырышта ведомство-ара комиссия эшенең һөҙөмтәләре, шулай уҡ тау-байыҡтырыу тармағындағы ағымдағы хәл тикшерелде. – Тәү сиратта ултырышта ҡатнашыусыларҙы билдәләргә теләйем. Комиссия эшендә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Дмитрий Олейник, федераль структураларҙың территориаль органдары етәкселәре, прокуратура, Эске эштәр министрлығы вәкилдәре ҡатнаша. Бөгөн беҙҙең менән ер аҫтын эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар етәкселәренең дә булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылда булдырылған ведомство-ара комиссия форматы беҙгә был тармаҡтың эшмәкәрлеген координациялауға мөмкинлек бирә. Төбәк етәксеһе ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың намыҫһыҙ эшмәкәрлеге Урал аръяғы халҡы өсөн иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Бөгөнгө ултырыш алдынан Учалы районы халҡы менән осраштым. Улар беҙгә бик мөһим өлкәлә – ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙа тәртип булырына ышаныс һәм өмөт белдерә, – тип хәбәр итте республика Башлығы. – Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың ҡануниәтте боҙоуына туранан-тура дәғүәләре бар. Һәм был хәлде бик “йомшаҡ” итеп әйткәндә – асылда, улар беҙҙең ер аҫтын вәхшиҙәрсә эшкәртә. Халыҡ бының менән ҡәтғи риза түгел. Әлбиттә, беҙ ҙә бының менән килешмәйбеҙ. Тәү сиратта һүҙ, ҡайһы бер ҡаҙылма байлыҡ компанияларының ер участкаларын рекультивациялауҙы үткәрмәүе, шулай уҡ эшендә урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмауы тураһында бара. Ултырышта республика Башлығы Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡҡа һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ бер нисә тапҡыр Роснедра етәксеһе Евгений Игнатьевич Петров менән осраштыҡ, хәлде яҡшыртыу буйынса сараларҙы тикшерҙек, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Беҙҙе ишеттеләр һәм 2030 йылға тиклем алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий индерҙеләр. Әле эшләгәндәрҙе тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Беҙҙе ишетергә, законды үтәргә һәм халыҡ алдында социаль яуаплылыҡ алырға әҙер булғандар менән ер аҫты байлыҡтарын цивилизациялы файҙаланыуға килергә тейешбеҙ. Ведомство-ара комиссия эше сиктәрендә бер нисә ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Тикшереүҙәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һөҙөмтәләре буйынса 60-тан ашыу алтын сығарыу лицензияһының 13-ө тартып алынған. – Берлектәге эшебеҙ үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларға ҡарата бер нисә енәйәт эше асты. Ҡайһы бер предприятиелар буйынса ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул ителгән. Гражданлыҡ-хоҡуҡи тикшереү ҙә һис шикһеҙ һөҙөмтәле, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ ошо форматта эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Урал аръяғы буйынса киләһе осрашыуҙы 2024 йылдың май аҙағында үткәрәсәкбеҙ. Сығыштың аҙағында Башҡортостан Башлығы лицензиат компаниялар вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. – Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы аҙағына тиклем еткерә белеүебеҙҙе иҫбатланыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Кешеләрҙең коммерция структуралары менән бер-береһенә ҡаршы тороуы башҡаса булмаясаҡ. Башҡортостан мәнфәғәттәрен тыныс һәм ышаныслы яҡлаясаҡбыҙ. *** Артабан комиссия ултырышында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар эшмәкәрлеге тикшерелде. Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе - вице-премьер Азамат Абдрахманов республикала ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға бөтәһе 150 федераль лицензияның ғәмәлдә булыуын хәбәр итте. Шул иҫәптән уларҙың 119 лицензияһы -Урал аръяғы биләмәһендә. Тармаҡ предприятиеларының алтынлы участкаларҙа эшләү өсөн 72 лицензияһы бар: 43 эҙләү эштәренә һәм 29 ҡиммәтле металл сығарыуға. Ике төр лицензиялар һаны буйынса беренсе урынды Учалы районы биләй. Дөйөм алғанда, бында 47 ошондай рөхсәт документтары ғәмәлдә. – Радий Фәрит улы, һеҙҙең башланғысығыҙ буйынса, былтыр Роснедр бойороғо менән Урал аръяғында яңы лицензиялар биреүгә мораторий индерелде, – тип билдәләне Азамат Абдрахманов. – Был ҡаҙылма тармаҡтағы хәлде яҡшыртыу буйынса эштең мөһим һөҙөмтәләренең береһе. Комиссия республика биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген даими тикшерә. Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар билдәләре буйынса материалдарҙы прокуратураға ебәрәләр. 2023 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары 77 тикшереү үткәрә, һөҙөмтәлә 36 закон боҙоу асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта Азамат Абдрахманов, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың күпселеге намыҫлы категорияға ҡарай йәки аҙ ғына етешһеҙлектәр бар, тип билдәләне. 2024 йылда ведомство-ара комиссия алдында торған бурыстар иҫәбендә контроль-күҙәтеү органдары араһында үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү, шулай уҡ ер участкаларын мотлаҡ рекультивациялауға йүнәлтелгән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән эшләү ҙә бар. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә ведомство-ара комиссияның май ултырышына ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар һәм күҙәтеү органдары менән ятҡылыҡтарҙы рекультивациялау йәһәтенән был бәхәсле эштең һөҙөмтәләрен әҙерләргә ҡушты. – Күп йыллыҡ алтын сығарыу осоронда беҙҙә ятҡылыҡтарҙы дөрөҫ рекультивациялау миҫалдары юҡ тиерлек. Тимәк, беҙҙең эш һаман көйләнмәгән. Был мәсьәләне планлы хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. *** Роснедр етәксеһе кәңәшсеһе Дмитрий Олейник лицензиаттарҙы экологик нормаларҙы үтәүгә иғтибарлы булырға саҡырҙы. – Законға ярашлы эш иткән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға ярҙам итергә әҙербеҙ. Башҡортостан – тәбиғәт ресурстарына бай республика, һәм уларҙы рациональ файҙаланыу бик мөһим, – тип билдәләне ул. Ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында һөйләгәндә, Дмитрий Олейник компанияларҙың файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы тамамлауын көтөп тормаҫҡа, ә улар менән алдан тергеҙеү эштәре планын әҙерләргә һәм уның үтәлешен контролдә тоторға тәҡдим итә. Роснедрҙың Волга буйы федераль округы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Смирнов ерҙәрҙе этаптар менән рекультивациялау тәҡдимен хупланы. Ул шулай уҡ агентлыҡтың эшен һанлаштырыу ҙа ҡаҙылма компанияларҙың эш асыҡлығын арттырыуға булышлыҡ итә, тип һөйләне. Был эште 2025 йылда тамамлау планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың үҙ-үҙен тотоу мәҙәниәтен формалаштырыу бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙҙә 2024 - 2028 йылдарҙа ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған лицензиялар исемлеге бар. Уларҙы оҙайтыу мәсьәләһе компанияларҙың бөгөнгө эшенә бәйле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итәм. Беҙ һеҙҙең лицензияларығыҙҙы тартып алырға теләмәйбеҙ. Беҙ һеҙҙең аҡса эшләүегеҙгә ҡаршы түгелбеҙ. Беҙ бары законды ҡәтғи үтәү яҡлы. *** Баймаҡ районы Темәс ауыл советы ауыл биләмәһе советы депутаты Фәнүзә Йосопова билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм башҡа күҙәтеү органдары яғынан контролде көсәйтеү зарур. Ул шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләренә иғтибары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. – Тәртип урынлаштырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Проблема хәл ителә башланы. Халыҡ һеҙҙең менән, Радий Фәрит улы. Республикабыҙҙың ер аҫты законлы ысул менән генә эшкәртелһен ине, – тине Фәнүзә Йосопова. *** Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы ултырышта ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте. Ведомство-ара комиссия форматы министрлыҡтарҙың, муниципалитеттарҙың, контроль һәм күҙәтеү органдарының эшен ойошторорға, яйға һалырға мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне Радий Хәбиров. Был ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тупланған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөһим фактор. Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.