Фәнни йыйынға Рәсәйҙең билдәле юғары уҡыу йорттарынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандың Кустанай, Төньяҡ-Ҡаҙағстан, Евразия милли һәм Ҡарағанда университеттарынан вәкилдәр килде. Форум өс көн дауам итәсәк, йәғни Өфө өс көнгә илдең археология үҙәгенә әйләнде, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Конференцияла 130-ҙан ашыу кеше ҡатнаша, улар – ҡыҙыҡлы ла, кәрәкле лә археология өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаусылар. Әлбиттә, һәр береһенең үҙ багажы, тәжрибәһе лә бар: археология тикшереүҙәрендә, разведкаларҙа ҡатнашҡандар. Был форумда улар ошо йәһәттән туплаған материалдары, уларҙы тикшереү һөҙөмтәләре тураһында ла һүҙ алып барасаҡ. Йәш археологтарҙы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең һәм республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ихлас сәләмләне. Үҙе лә БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған һәм археология тикшереүҙәрендә ҡатнашҡан кеше булараҡ, Урал Таһир улы археология темаһына һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Миҫал итеп, Бөрйән