Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡолағында наушник булған...

Уға ни бары 17 йәш ине... Бөгөн Күмертау – Ермолаев тимер юлының 256-сы километрында 17 йәшлек колледж студенты поездан тапалған. Ул тимер юлын аша сыҡҡанда наушниктан йыр тыңлаған, шунлыҡтан яҡынлашып килгән поезды ишетмәгән дә, аңғармаған да. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машинист оло фажиғәнән йәш кешене аралай алмаған... Рәдиф уҡыған колледж етәкселеге уның яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, егеттең студенттар тормошонда яҡты эҙ ҡалдырыуын белдергән. Дуҫтары, яҡындары егетте тормошто яратыусан, күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл кеше булыуы тураһында яҙған. Беҙ ҙә егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Фото: социаль селтәрҙән.