Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Учалы тау сәнәғәте колледжында булды

31 ғинуарҙа Учалы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы тау сәнәғәте колледжында булды. Был уҡыу йорто 1967 йылдан тау ҡаҙылмалары сығарыу тармағы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйылғы уҡыу йылында колледжда 987 студент уҡый, шул иҫәптән 90 кеше – башҡа төбәктәрҙән. Улар бында 11 специальность буйынса белем ала. Учреждение директоры Дмитрий Абдрахманов билдәләүенсә, уҡыу йорто электән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған интерактив белем биреү, гидравлика һәм гидропривод лабораторияларын ҡараны. Педагогтар менән аралашҡанда ул колледжға ятаҡ кәрәклеген дә билдәләп үтте. - Бик көслө уҡыу йорто, кәрәкле белгестәр әҙерләй. Ятаҡ булғанда алыҫ район-ауылдарҙан, башҡа төбәктәрҙән дә йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкин, - тине ул. Төбәк етәксеһе Учалы тау сәнәғәте колледжына республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә 2024 йыл дауамында кәрәкле проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174637.html