Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Учалыла яугир ғаиләһе менән осрашты

31 ғинуарҙа Учалы районына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт иткән “Портной” позывнойлы яугирҙең ғаиләһе менән осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Донбассҡа эш менән барғанында төбәк етәксеһе МХО-ға Башҡортостандан барған ир-егеттәр менән осрашҡайны. Яугирҙәр менән аралашҡанда Радий Хәбиров мөмкинлек булғанда уларҙың туғандарын һәм яҡындарын барып күрәсәген белдергәйне. Бөгөн Учалы ауылындағы яугирҙең әсәһе, туғандары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға сәләмде еткерҙе. - Былтыр йәй беҙ батальон урынлашҡан ергә барҙыҡ. Мин бер егеткә Шайморатов миҙалын тапшырҙым һәм ”Атай-әсәйең бармы? Улар янына барып сығыуымды теләйһеңме?” тип һораным. Һәм бөгөн мин бында. Һеҙгә алғы һыҙыҡтан оло сәләм тапшырам. Һеҙҙең көйәләнеүегеҙҙе яҡшы аңлайым. Үҙем дә егеттәр өсөн бик ҡайғырам, - тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаларынан хәл ителмәгән мәсьәләләре тураһында һорашты һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына республика кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174629.html