"Берҙәм Рәсәй" партияһының Генераль советы Президиумы ултырышында партия майҙансыҡтарында ҡултамғалар йыйыуға йомғаҡ яһалды. Ҡултамғалар йыйыу кампанияһы 23 декабрҙән 21 ғинуарға тиклем үтте. Процедураның кульминацияһы булып 16 ғинуар – Берҙәм ҡултамға йыйыу көнө торҙо. “Дөйөм алғанда 2,1 миллион тирәһе ҡултамға йыйылды. Төбәктәр араһында Кемеров өлкәһе, Сыуаш Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы – лидерҙар рәтендә. Һуңғыһында 58,5 мең ҡултамға йыйылды”, – тип билдәләне партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак. ”Берҙәм Рәсәй” вәкиллектәре булмаған алыҫ территорияларҙа партия ирекмәндәре һайлаусыларҙың йәшәгән урыны буйынса ҡултамғалар йыйыуға өлгәшкән. Шулай уҡ Генераль совет Президиумында “Берҙәм Рәсәй”ҙең беренсел бүлексәләренә бер йылға эш планы билдәләнде һәм “беренсел”дәр советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул секретарҙарға федераль кимәлдә партия ҡарарҙарын әҙерләүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 ғинуарҙа, Берҙәм ҡултамға