Бөтә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусының IQ-паркында Башҡорт дәүләт медицина университетының Биоинженерия үҙәге, Фарма-үҙәге, "Киләсәк медицинаһы" идаралығы, Трансфер үҙәге һәм Киберүҙәге урынлашасаҡ. Аддитив технологиялар лабораторияһы керамик материалдарға лаборатор, биомедицина һынауҙары комплекстарын үткәрә, улар артабан реконструктив хирургияла, травматологияла һәм ортопедияла, онкологияла, нейрохирургияла, яңаҡ-йөҙ хирургияһында һәм башҡа йүнәлештәрҙә ҡулланыласаҡ. Бында уҡ һанлы моделдәрҙе һынау һәм керамик имплантаттарҙың күҙәнәктәр һәм туҡымалар менән биологик процестарҙың компьютер моделдәрен эшләү - сит тәндең һәм организм туҡымаларының йәшәүсәнлеген тикшереү үткәреләсәк. Математик моделләштереү лабораторияһы медицина белгестәренең тупланған тәжрибәһен ҡулланырға мөмкинлек биргән уникаль программа тәьминәтен дә, импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә продукцияны ла булдыра. Атап әйткәндә, лаборатория белгестәре юғары температура процесында керамик имплантатта
Вуз-ара кампуста Фарма-үҙәк һәм Биоинженерия үҙәге лабораториялары асыла
31 января 202431 янв 2024
3 мин