Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө районының социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәне асып, Хөкүмәт Премьер-министры Өфө районының үҫешен билдәләне. Абсолют күрһәткестәр буйынса муниципалитет һәр ваҡыт тиерлек республикала иң яҡшы бишәү иҫәбенә инә. Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников һүҙҙәренсә, фаразлау күрһәткестәре халыҡ һанының артабан йыл һайын ике процентҡа тотороҡло үҫеүен күҙаллай. Демографик хәлгә муниципалитетта тыуымдың артыуы, әүҙем торлаҡ төҙөлөшө һәм баш ҡалаға яҡын урынлашыуы ыңғай йоғонто яһай. Артабан кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре докладтар менән сығыш яһаны. Ҙур фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Премьер-министры эшсе төркөмө булдырып, Өфө районының инфраструктура үҫеше буйынса стратегик "юл картаһы"н булд
Андрей Назаров Өфө районының социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе
31 января 202431 янв 2024
1 мин