Найти тему
Башкортостан 24

Петр Петровтың шәжәрәһе

   Петр Петровтың шәжәрәһе
Петр Петровтың шәжәрәһе

Петр Петровтың шәжәрәһе

Өфөлә йәшәүсе Петр Петровтың шәжәрәһендәге фамилиялар һаны 100 меңгә яҡынлашҡан. Был уның 30 йылға яҡын тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе. Үҙенсәлекле хеҙмәте Рәсәйҙең рекордтар китабында ла урын алған. Сәлимә Исламова.Был һандар үтелгән юл түгел, ә Петр Петровтың шәжәрәһендә теркәлгән туғандарының һаны. Ул үҙенең 13-сө быуынына тиклем тыуған-тыумасаһын барлауға өлгәшкән. 20 йыл элек шәжәрәһендәге кешеләр 3 меңгә тулғас, ҡағыҙға төшөрөргә була. Ул ваҡытта 500 бит ҡағыҙ киткән.Шәжәрәһендә фамилиялар һаны артҡан һайын, уны ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп халыҡҡа күрһәтеү юлдарын да таба эҙләнеүсе. 10 йыл элек 10 мең ярым фамилияны шырпы бөртөктәре менән теҙеп күрһәтә. 2007-се йылда туғандар һаны 31 меңде үтеп киткәс исемдәрҙе шырпыларға түгел ағасҡа эленгән таҫмаларға яҙып күрһәтә. Петр Петров һөнәре буйынса теш табибы. Башҡорт дәүләт медицина университеты педагогы. Ғаилә ебен барлау уның күп төрлө мауығыуҙарының береһе генә. Ата-бабаларының тарихын өйрәнә башлауы ла үтә ҡыҙыҡһынусан холҡонан. Петр Иванович йыйған иң боронғо рәсми документтар 1727-се йыл менән билдәләнә. Метрика китаптарында тулы мәғлүмәт табыуы ҡыйын, башлыса, архив документтары, ревизия яҙмаларына мөрәжәғәт итә. Был минең яңылышлығым: иң беренсе аҡһаҡал, ағинәйҙәргә барырға кәрәк булған, ти эҙләнеүсе.30 йыл элек ҡатыны Татьяна иренең мауығыуын хупламай. Ауыл һайын йөрөп ваҡытын үткәргәнсе, диссертацияһын тамамлаған булыр ине, ти ул. Әммә тормош иптәшенең нәҫел ептәре Сергей Аксаковҡа ла барып тоташҡас, ҡатын да ҡыҙыҡһына башлай.Петр Петров нәҫелендәге һәр исемгә иғтибарлы. Балаларын да шулай уҡ тәрбиәләгән. Үҙенең нәҫел ебен төптән өйрәнергә теләүселәргә лә ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Хәҙер барыһы ла һанлы форматта. Бының өсөн бигерәк тә Минең шәжәрәм тип аталған программа ҡулай. Шәжәрә йыйған ваҡытта Петр Ивановичҡа өлкән быуын вәкилдәре менән күп аралашырға тура килә. Ә хәҙер инде уларҙың балалары быуын ептәрен барлауҙа миңә мөрәжәғәт итә, ти Петр.Илдә иң ҙур нәҫел ебен төҙөгән кеше булараҡ, 98 меңгә яҡын туғанын барлаған Петр Петров 2017 йылда Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелә. Тиҙҙән фамилияһы Гиннестың рекордтар китабына ла эләгеүендә шик юк. Әммә бындай маҡсатты ҡыумайым, ти мауығыусан табип.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».