Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған өйҙө иҫкә төшөрһөн

Ҡариҙел районының Байҡы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары берҙәмлеген һәм уңғанлығын күрһәтә. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙамды улар беренсе тапҡыр ғына әҙерләмәй. Яңыраҡ 230 блиндаж шәме эшләнеләр. Ә был юлы клубҡа йыйылып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙе шатландырырға, күңелдәрен күтәрергә теләп, милли ризыҡ – туҡмас ҡырҡырға ҡарар итте, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. 60 йомортҡанан ҡамыр баҫып, туҡмас ҡырҡтылар, алғы һыҙыҡтағы ауылдаштарын иҫкә алып, яҡшы теләктәр теләнеләр. “Өй туҡмасы тәмле генә түгел, ул - яҡындарыңа хәстәрлек һәм иғтибар символы ла. Беҙҙеңсә, тәмле ризыҡ егеттәребеҙҙең күңелен күтәрер, тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп, ауырлыҡтарҙы еңергә көс-ҡеүәт бирер”, – ти хәстәрлекле хужабикәләр. Фото: https://vk.com/karaidel102