“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Нефтекама ҡалаһында “Башҡортостан продукты” проекты тормошҡа ашырыла. Республика тауарҙарының юғары сифаты билдәһен Нефтекаманың 19 урындағы етештереүсеһе алған. “Башҡортостан продукты” проекты урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеүгә, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа уларҙың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, шулай уҡ Башҡортостан халҡының именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Проект 2013 йылда башланған һәм ватан сеймалынан тауар етештереп, уны республика биләмәһендә һатҡан етештереүселәрҙе берләштерә. Билдәле бер шарттарҙы үтәгән осраҡта “Башҡортостан продукты” билдәһен бушлай өс йылға алып була. Нисек был проект ҡатнашыусыһы булырға? Етештереүсе тейешле документтар пакетын туплап ғариза тапшыра. Быны электрон төр менән “Башҡортостан продукты” проектының рәсми сайтында https://productrb.ru/questionnaire һылтанмаһы буйынса эшләргә мөмкин. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының комиссия