"Ишбикә апай сығышы менән Хәйбулла районы, Суҡраҡ ауылынан. Бәләкәй генә сагынан үкһеҙ етем ҡалып (башта әсәһе, аҙағыраҡ атаһы мәрхүм була) Әбделкәрим балалар йортонда тәрбиәләнә. — Ярай әле өләсәйем булды, — ти ул аяныслы балалыҡ йылдарын хәтерләп. — Ул мине әҙәп-тәртипкә, динебеҙҙе яратырға өйрәтте, һөйөклө бала — көйөклө, тип һөйә торғайны мәрхүмә өләсәйем. — Ата-әсәң күреп туймаҫтай булып ярата, иркәләтә торғайны, тип хәтерләй торғайны. Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды. — Минең бөтә тормошом ошонда сағыла, — тине. Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш, ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй-һын. — Һинме был, Ишбикә апай? — тим, әле лә матурлығын юғалтмаған апайға һоҡланып ҡарап. — 19 йәшлек сағым, — ти ул һәм хәтирәләргә төшөп китә. — 1950 йыл. Баймаҡ баҙарына барҙым. Баҡһаң, Мөжәүир хәҙрәт тә бында килгән икән. Мине күреп ҡалды ла (бер саҡ балалар йортонда миңә бетеү яҙып биргәйне): — Балам, эргәмә кил әле, — тип мине саҡырып алды. — Теге саҡта яҙып биргән бетеүҙе юғалттың инде, ә? — тине. Мин һиңә уны мунсаға тағып бармаҫҡа ҡуштым, ниңә әйткәнде тыңламаның? Оялдым, ҡыҙарындым, бетеүен юғалтҡанды ҡайҙан белде икән тип аптыраным. — Һиңә, ҡыҙым, бетеүһеҙ йөрөргә ярамай, Манһырға килеп сыҡ, һаҡлап йөрөтөр булһаң, тағы яҙып бирермен, — тине. Тиҙ генә барып булманы, йылдар үтеп китте. Йәшлек менән хәҙрәттең ниндәй илаһи зат икәнлеген дә аңлап етмәгәнмендер, ахырыһы. 1963 йыл. Хәҙрәт ҡартайған, туҡһанға яҡынлап килгән сағы. Шулай ҙа бер-ике генә күрһә лә ул мине таныны. — Килдеңме, балам, — тине. — Мине генә көтөп ултырғандай ихлас ҡабул итте. — Һиндә боҙом бар. Бәлки, кешеләрҙең һоғо (һоҡланыуы) тейгәндер, — тине. Ул миңә өскөлләп тегелгән бетеү һондо: — Ал, балам, бөгөн бында юлланырыңды белеп, яҙып әҙерләп ҡуйғайным, — тине. Шунан тоҙ, сәй, һабын өшкөрөп бирҙе. Ишбикә апай, был осрашыуға 43 йыллап ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы хәҙрәттең әйткән һәр бер һүҙен онотмайынса, йөрәк түрендә һаҡлай икән. Ул дауам итте: — Балам, һине кеше һөйләр, урынһыҙ рәнйетергә тырышыусылар булыр, — тине олатай. — Ниңә улай? — Бер ни аңламайым. — Һин — Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө ҡоло. Раббыбыҙ һиңә Таһирҙың һөйгәне Зөһрәнекенә тиң матурлыҡ биргән. Матур гөлгә күҙ тейеүсән. Яман күҙ кешене генә түгел, хатта ағасты ҡорота. Минең әйткәнемде онотма: кеше һөйләй тип һүҙ ҡыуып йөрөмә, яманлап һөйләһәләр ҙә, маҡтап һөйләһәләр ҙә, мине иҫкә алғанығыҙ өсөн рәхмәт, тиңдә кит тә бар. Ҡабатлап әйтәм, — тине ул, — һин — Аллаһтың яратҡан бәндәһеһең. — Белмәйем инде, олатай, — тип ул әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә лә төшөнөп етә алмай. — Балам, мин барыһын да белеп ултырам, — тине хәҙрәт. Ул минең етем үҫеүемде лә, иремдең ниндәй холоҡло икәнен дә, үгәй ул үҫтереүемде лә әйтеп бирҙе. — Яҙмыш һиңә һынауҙарҙы күп ебәрер. Яратҡан ҡолон ул шулай һынай. Сабыр ит, түҙ! Хоҙай һиңә маңлай бәхете бирһен! Маңлай бәхете... Был һүҙҙең мәғәнәһен дә мин яңы аңланым. — Бетеүен юғалтманыңмы? — Юҡ, икенсеһен күҙ ҡараһындай һаҡланым. — Апай бетеүҙе ҡулына алып күрһәтте. — Ҡырҡ өс йыл тағам. Ул мине, ысынлап та, һаҡлай. Хәҙрәт мине ауыр яҙмыш көткәнен алдан белгән, күрәһең. Бетеүен биреп тәҡдиремде еңеләйтергә иткән ул. Бер-бер артлы дүрт баламды ерләнем, ирем дә иртә китте. Япа-яңғыҙ ҡалдым. Минең аяныслы хәлемде бер әҙәм аңламаҫ. Ишбикә апай шулайтып үҙ хәлен һөйләп биргәс, уйланым: ысынлап та, олатай уның маңлайына яҙылған тәҡдирен белеп, нисек тә булһа яҙмышын еңеләйтергә тырышҡан. — Һин көслө рухлыһың! — Һаман да бирешмәҫкә тырышҡан ҡатынға ихтирам менән ҡарайым. — Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағанһың, дин юлына баҫҡанһың, кешеләрҙең изгелеген күңел түрендә һаҡлайһың, әйләнә- тирәләге яҡындарыңа йөрәк йылынды таратып йәшәйһең. — Хәҙрәт фатихаһынан барыһы ла, — тине изге күңелле апай «Мөжәүир хәҙрәт» китабын ҡулына алып: — Егерменән ашыу китап һатып алып, мохтаждарға тараттым. Үҙем ете ҡат уҡып сыҡтым. Тағы ла бер ҡат уҡып сығам әле, хәҙрәт тураһында уҡыу минең яралы күңелемә дауа бит ул. Аблаева Ишбикә, 1931 йылғы. Сибай ҡалаһы". “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан. Нәсих Хәлисов фотоһы.