Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылда шәмдәр эшләйҙәр

Йыл башынан Өфө районының Авдон ҡасабаһындағы мәҙәниәт йорто бинаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн шәмдәр эшләй башланылар. Шәм эшләү серҙәренә әүҙемселәр башҡа ирекмәндәрҙән өйрәнә, һуңынан инде ауылдаштарына оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Хәҙер Авдон халҡы даими рәүештә осрашып, хәрбиҙәр өсөн шәмдәр эшләй. Бының өсөн тәү сиратта консерва банкалары йыялар. Айырыуса был эштә “Ләйсән” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Мәҙәниәт йортона эшҡыуарҙар ҡатырға ҡаптар алып килә. Ә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән ауылдаштарыбыҙҙың ғаиләһе – Исмәғилевтәр 45 килограмм ыҫмала һатып алған. - Ирекмәндәр әлеге мәлдә 70-тән ашыу шәм эшләне. Тиҙҙән улар махсус хәрби зонаға оҙатыласаҡ. Минең бер туған ағайым ярты йыл самаһы махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Уның һөйләгәндәренән шуны әйтә алам: алғы һыҙыҡта шәмдәр иң кәрәклеһе. Бәләкәй генә шәм йылынырға ла, аяҡ кейемен киптерергә лә, аҙыҡты йылытырға ла мөмкинлек бирә. Ул өс сәғәт дауамында яна. Уның төтөнө лә аҙ, оҙаҡ яна ла. Ауылдаштарыбыҙҙың был эшкә ҡушылыуына шатбыҙ һәм артабан махсус селтәр үреү эшен дә ойоштороп ебәрергә ниәтләйбеҙ, - ти Лилиә Урал ҡыҙы Исмәғилева. Фотолар Авдон ауыл хакимиәте сайтынан алынды.