Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Шыршыларҙы – тапсыҡҡа” акцияһы бара

“Экология” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Экология”) Башҡортостанда “Шыршыларҙы – тапсыҡҡа” тип исемләнгән акция бара. Был турала төбәктең Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр. Кешеләр шыршыларҙы ташламай, ә был мәсьәләгә экологик яҡтан аңлы рәүештә ҡараһа ине. Барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә 1 мартҡа тиклем халыҡтан ағастарҙы ҡабул итеү буйынса саралар уҙғарыла. Йыйылған шыршылар кәрәгенсә фермер хужалыҡтарына аҙыҡҡа тапшырыласаҡ. Шулай уҡ тапсыҡтар итеп тә ваҡланасаҡ. Артабан уны юлдарға, түтәлдәргә түшәү, фермала малдар аҫтына һалыу өсөн файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһында ағастарҙы ҡабул итеү пункттары Өфөнөң 13 майҙансығында урынлашҡан. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәһен күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атфосфера һауаһын бысратыу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға маҡсатланған. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башинформ".