Был ауылдағы халыҡ та скандинав йөрөшөн үҙләштерергә тотонған. Рәсәйҙә скандинавса йөрөш 2019 йылда спорт төрө булараҡ реестрға индерелде. Ул бигерәк тә аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн файҙалы. Күнекмәләрҙән һуң арыу юғала, эшкә һәләтлелек, организмдың сыҙамлығы арта, физик форма яҡшыра. Таяҡ менән йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙарын, тын алыу системаһын нығыта, иммунитетты күтәрә, организмға ябығырға һәм алмашыу процестарын тергеҙергә ярҙам итә. Сәләмәт йоҡо, дәрт һәм яҡшы кәйеф күҙәтелә. Даими күнекмәләр координацияны, сослоҡто, көстө һәм сыҙамлыҡты үҫтерә. Ул һәүәҫкәрҙәрҙән алып профессионалдарға тиклем һәммәһе өсөн дә файҙалы булыуы менән үҙенсәлекле. "Беҙҙең ауылда был спорт төрө менән күптән шөғөлләнеүселәр бар. Кисә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" девизы аҫтында байназарҙар скандинав таяҡтары менән йөрөүҙең кешенең һаулығы өсөн үтә лә файҙалы икәнлеген аңлап, саф һауа һулап, "Башҡортостанда оҙон ғүмер" һәм "Айыҡ ауыл" программаһы сиктәрендә скандинав таяҡтар менән йөрөргә сыҡты. Сарала ололар ҙа, йәштәр ҙә теләп ҡатнашты". Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.