Бәләбәй районында Аксаков ауыл китапханаһы үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. “Китапхана тип аталған донъя” тигән тантаналы сара “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үтте. Боронғо ауылда 70 йыл элек китап уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса. Был Аксаков ауылындағы беренсе мәҙәниәт учреждениеһы була. Китаптар фондын дөйөм көс менән йыялар. Ауылда йәшәгән һәр кеше китапхананы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн бында 30 мең экземпляр китап бар, китапхана хеҙмәттәренән 1800 кеше файҙалана. Тантаналы байрам көнөндә китапхана эше ветерандарына бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Иң әүҙем уҡыусылар грамоталар һәм иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнде. Сара һуңында китапханасылар күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ өсөн тоғро уҡыусыларына рәхмәт әйтте, артабан да китапхана эше сәскә атыр тигән өмөт белдерҙеләр. “Китапхана ошо йылдарҙа һәр ваҡыт мөһим бурысын башҡара: кешеләрҙә белемгә һөйөү уята, уйларға, уҡырға, хыялланырға өйрәтә, аралашыу һәм мәғлүмәт үҙәге булып тора. Хәҙер китапхананың сираттағы