Йоҡлар алдынан уҡылған доғалар күңелгә тыныслыҡ биреп, киләһе көндәрҙе яҡты, бәрәкәтле итер, иншаллаһ! * Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны Ғәйшәнең әйтеп ҡалдырыуынса, Аллаһ илсеһе йоҡларға ятыр алдынан, доға ҡылған шикелле ҡулдарын ҡушып, устарына еңелсә төкөргән дә "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс" сүрәләрен уҡыған. Шунан устары менән тәнен баштан-аяҡ һыпырған. Быны өс тапҡыр эшләгән. * "Аятел-Көрси"ҙе уҡырға кәңәш ителә. * "Һыйыр" сүрәһенең 285-286сы аяттарын уҡығыҙ. Февраль айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды. Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.