Ирем йәшләй үлеп ҡалды. Авария... Ҡыҙым менән улым да, үҙем дә быға бер нисек тә әҙер түгел инек. Ике-өс йыл үткәс кенә саҡ ҡайғынан бер аҙ арына башланым. Артымдан һәйбәт кенә ир ҙә йөрөнө, миңә уның менән еңел ине. Үҙемде, ниһайәт, ҡатын-ҡыҙ итеп хис итә башлағайным. Тик үҫмергә әйләнеп килгән балаларым быға ҡырҡа ҡаршы сыҡты. “Үгәй атай менән йәшәргә йыйынмайбыҙ. Беҙҙе балалар йортона тапшыр, шунан типтерерһең”, - тип ебәрҙеләр хатта. Һөҙөмтәлә яңғыҙ ҡалдым. Аҡса яғынан да бик ауыр ине, яңғыҙлыҡтан да күңелем әрнене. Тик балаларым хаҡына түҙҙем. Тәүҙә ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Ире һәйбәт кенә, хәлле кеше. Күрше ҡалаға күстеләр, ҙур йорт һалып инделәр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы. Әммә ҡыҙым минең менән аралашмай тиерлек. Бының сәбәбен әле һаман аңлай алмайым. Әллә үҙ донъяһына сумып онотто, әллә үҙем шулай эгоист итеп үҫтергәнмен. Мин уға ни бары үҙҙәре ял итергә китһә, эт-бесәйен ҡарап торорға ғына кәрәкмен. Ялдан ҡайтҡан көндәрендә үк үҙ өйөмә ҡайтып китеүҙе талап итә. Ҡыҫҡаһы