Асоциаль йәшәү рәүешен алып барған ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән, балаһын ҡарамаған, хатта уға мәктәпкә йөрөүҙе тыйған. Документтар буйынса ҡыҙ һаман да беренсе класта уҡыған, ә уның тиҫтерҙәре күптән дүртенсе класҡа күскән булған. Суд ҡатынға баланы атаһына тәрбиәгә бирергә ҡушҡан, әммә әсә ҡарарҙы инҡар иткән. 10 йәшлек ҡыҙын йәшереп тотор өсөн ул бер нисә тапҡыр йәшәү урынын үҙгәрткән. Шуныһы ҡыҙғаныс: өйҙә бала барлығын хатта күршеләре лә белмәгән. Ҡатын ныҡ йәшенеүенә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡтың суд приставтары БР Федераль суд приставтары хеҙмәтенең эҙләү бүлеге менән берлектә уларҙың йәшәгән урынын тапҡан. Әсәһенән тартып алынған ҡыҙ әлеге ваҡытта “Ғаилә” үҙәгендә урынлаштырылған. Мәскәүҙә йәшәгән атаһы уның артынан килергә сыҡҡан. Әсәгә ҡарата протокол төҙөлгән. Фото: myufarb