Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары баһаланды

30 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡи тәртип тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышын үткәрҙе. Эштә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә 2023 йылда республика биләмәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары булды. - Былтыр Башҡортостанда милли проекттар сиктәрендә 47 төбәк проекты тормошҡа ашырылды. Уларҙың дөйөм финанслау күләме 42 миллиард һумдан ашҡан, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Мәҫәлән, республикала 33 капиталь объект төҙөлөп бөткән. Улар иҫәбендә - Онкология һәм гематология балалар үҙәге, юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты, Өфөлә ишеү слаломы комплексы, шулай уҡ 1-се Стәрлетамаҡ гимназияһы. Милли проекттар буйынса медицина учреждениеларына 4 меңдән ашыу берәмек заманса ҡорамал килтерелгән, 98 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория ҡуйылған, 185 медицина автомобиле һатып алынған. Бынан тыш, Башҡортостандың тораҡ пункттарында 17 мәҙәниәт объекты ремонтланған һәм 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин, төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов тормошҡа ашырылған проекттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Ҡатнашыусылар шулай уҡ Рәсәй Президентын һайлау осоронда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү сараларын ҡараны. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараларҙың тулы исемлеген күрһәтергә, ведомство-ара эш итеү тәртибен билдәләргә, шулай уҡ эштең һәр йүнәлеше буйынса яуаплы башҡарыусылар тәғәйенләргә тейешле протокол әҙерләргә ҡушты. Фото: glavarb.ru