Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уны һинд ҡыҙҙарына оҡшаталар

“Бер осор беҙ Магнит баҙарына барып кейем алыуҙы ғәҙәт итеп алғайныҡ. Елләнеп, тормош мәшәҡәттәренән арынып, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайтаһың. Шул баҙарға килеп инеү менән ул яҡтан да был яҡтан да миңә: — Эй, Гита и Зита, иди сюда, покупай у меня! – тип ҡысҡыра башлайҙар. Унан мин ҡасан аңҡаңлап торғансы, “вот это тебе бесплатно, возьми, пожалуйста”, тип, әрһеҙләшеп, сумка эсенә әйбер тултырырға тотоналар. — Я вам не Гита и тем более не апай, не нужны мне эти вещи, – тип сосаландырып кире һөйрәп сығарам. Теге әрһеҙ кире тыҡҡыслай. Тәки ике метр теле менән маҡтап-хуплап, осһоҙ-мосһоҙ хаҡҡа бер нәмәһен алдырып ҡуя. Унан, мин аптырап, “А почему я Гита?” тиһәм, “Ну вы на индианку похожb”, – тип ебәргән булалар. — Я – башкирка! – тием мин хатта булып... Бөгөн бер фотомды табып алып, ысынлап та, ҡайһылай индианкаға оҡшағанмын, тип уйлап, иҫемде йыя алмай ултырҙым. Түлкә Гитаға ла, Зитаға ла түгел, нишләптер уларҙың үгәй әсәһенә тартҡанмын. Әллә йәшерәк саҡта ҡыҙҙарына оҡшаһам, йылдар үтә килә әсәһенә әйләнеп бараммы икән? Ни булһа ла, шул ғаилә тирәһенән китешмәгәнмен. Миңә былай фото оҡшаны, индианка тигән исеме булғас, еткән, ҡайһы индианка икәне бик мөһим түгел. Беҙ бала саҡта иң матур, иң һоҡланғыс ҡыҙҙар Һиндостан киноларында була торғайны. Ҡайһылай, олоғайып килһәм дә, төҫ ташламағанмын”, - тип яҙа Зөлфирә Таһирова. Ә һеҙҙең Һиндостан киноларына бәйле ниндәй ҡыҙыҡлы хәтирәләрегеҙ бар? Фото Зөлфирә Таһированың шәхси архивынан алынды.