Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә яңы спорт объекты асыла

Өлфәт Мостафин исемен йөрөтәсәк комплекс февралдең икенсе яртыһында үҙ ишектәрен асасаҡ. Сарала шулай уҡ “Газпром трансгаз Өфө” компанияһының генераль директоры Шамил Шәрипов һәм "Газпром"дың Социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Владимир Приймак ҡатнашты. Спорт объекты “Газпром" – балаларға” хәйриә программаһына ярашлы 2022 йылда төҙөлә башлаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа 2007 йылдан Рәсәйҙең 74 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда 22 социаль объект төҙөлгән дә инде. Төбәктең спорт министры Руслан Хәбибов һөйләүенсә, 2024 йылдың ғинуар аҙағында объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өфөләр өсөн яңы комплекстың әһәмиәтен билдәләне. - Спорт объектында бассейн, боҙ һарайы, тренажер һәм уйын залдары булыр тип көтөлә. Урында ололар ҙа, балалар ҙа шөғөлләнә аласаҡ. Был балаларыбыҙға һәм республиканың баш ҡалаһына уның 450 йыллығы алдынан шәп бүләк буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru