Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәңге хәтерҙә ҡалған 900 көн

“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Тәтешле районының Әрибаш ауыл китапханаһында тура трансляцияла “900 ҡаһарманлыҡ көнө” тип аталған хәтер сәғәте үтте. Ленинград блокадаһы – ҡаланың үҙ ғүмерендә кисергән иң ауыр мәлдәренең береһе. Кешеләр 900 көн һәм 900 төн үҙҙәрен ҡаһармандарса, батырҙарса һәм сыҙамлы тота. Ҡаты блокада 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана һәм 1944 йылдың 27 ғинуарында ғына тамамлана. Китапханасы Төньяҡ баш ҡала халҡының 900 көн үлем, аслыҡ, һыуыҡ, ут аҫтында ҡалыу, өмөтһөҙлөк һәм ҡаһарманлыҡ шарттарында йәшәүе тураһында һөйләне. Улар мәңгегә илебеҙ тарихында иң ауыр, шул уҡ ваҡытта героик һәм еңеү бите булып ҡаласаҡ. Нисә йыл үтһә лә, ленинградсыларҙың ҡаһарманлығы – үлемһеҙ батырлыҡ, ныҡлыҡ, еңеүгә ышаныс өлгөһө. Ленинград өсөн һуғыш мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә. “Сатлама һыуыҡтар, ҡот осҡос аслыҡ, даими артиллерия уты аҫтында ҡалыуҙар ҡаланы һаҡлаусыларҙы һәм уның халҡын һындыра алмай. Ул саҡтағы ваҡиғаларҙы оноторға ярамай,киләсәктә бындай фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн был хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырырға кәрәк”, – тине китапханасы Зөлфиә Шәисламова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.