2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (нацпроект “Безопасные качественные дороги”) буйынса Башҡортостан автобустар һатып алды. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын (нацпроект “Безопасные качественные дороги”) тормошҡа ашырыу барышында Рәсәй Федерацияһының 64 төбәгенә 4,4 мең транспорт сараһы: дүрт меңдән ашыу автобус, 240 электробус, 113 трамвай һәм 32 троллейбус килтерелгән. Был эш быйыл да дауам итәсәк – 81 төбәк тағы ла ете меңдән ашыу берәмек пассажир транспорты аласаҡ. Мәҫәлән, 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы автопаркын “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ҙур класлы 50 яңы “НефАЗ” автобусы тулыландырҙы, был 2022 йылға ҡарағанда 15 автобусҡа күберәк. — 2023 йылда республикала “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса яңы автобустар ете миллиондан ашыу пассажир ташыны. Был 2022 йылда шул уҡ маршруттар буйынса иҫке өлгөләге автобустарҙы ташылғандан 430 мең кешегә күберәк, — тип һөйләне Башҡортостандың танспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин май указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22867/