Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Минең бизнесым” үҙәге эшҡыуарҙарға 12 мең хеҙмәт күрһәткән

Башҡортостандағы “Минең бизнесым” үҙәге уҙған йылда эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (по национальному проекту «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативе») буйынса 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән. Был 2022 йыл кимәленән өстән бер өлөшкә юғарыраҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. “Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге - эшҡыуарҙарға ғына түгел, үҙмәшғүл, физик шәхестәргә лә ярҙам күрһәткән уңышлы эшләгән структур бүлексәләр селтәре. Бөгөн үҙәктең офистары республиканың 12 муниципалитетында эшләй. Яҡын арала Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тағы бер бүлексә асыу планлаштырыла”, — тип һөйләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Үҙәктә бөтәһе 100-ҙән ашыу хеҙмәт төрө күрһәтелә, шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар йыш ҡына бизнесҡа ярҙам саралары буйынса бушлай консультациялар һорап мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ былтыр белем биреү программалары, форумдар, күргәҙмәләр, семинарҙар, тренингтар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Үҙәктең хеҙмәттәре тураһында берҙәм "ҡыҙыу элемтә"нән +7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса йәки сайтта белергә мөмкин. Милли проекттың маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү, бизнес үҫешенең бөтә этаптарында ла ярҙам итеү: старт идеяһынан алып уны киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығарыуға тиклем. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин май указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башиноформ".