Найти в Дзене
Башкортостан 24

Кампустың беренсе сиратында төҙөлөш эштәре тамам

    Кампустың беренсе сиратында төҙөлөш эштәре тамам
Кампустың беренсе сиратында төҙөлөш эштәре тамам

Кампустың беренсе сиратында төҙөлөш эштәре тамам

Өфө юғары уҡыу йорттары студенттары тиҙҙән уҡыу һәм ғилми тикшеренеүҙәр менән юғары кимәлдәге заманса IQ-паркта шөғөлләнә башлай. Вуз-ара студент кампусының беренсе сиратында төҙөлөш эштәре тамам. Яңы бина биләмәләренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баһа бирҙе Кампус резиденттары ғинуар башынан яңы биләмәләрҙе әүҙем үҙләштерә башланы. Өфөнөң өс — фән һәм технологиялар, нефть-техник һәм медицина университеттары фәнни лабораториялары яңы йортҡа күсенгән. Беренсе ҡатта холл, видеоконференциялар майҙаны, бүләкләү биләмәһе, икенсе ҡатта Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы инженер мәктәбе менән киберфизика инновациялары оҫтаханаһы, дүртенсе ҡатта медицина университеты лабораториялары, алтынсыла – нефть техник университетының “Ҡайнау нөктәһе” залы урынлашҡан. Радий Хәбиров 11 ҡатлы бинаның башняһынан кампустың артабанғы төҙөлөш майҙандарын ҡараны.Донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусы проекты Башҡортостан республикаһында ихтыяж файҙаланған йүнәлештәр буйынса һөнәри белем алырға теләгән студенттар һаны артыуын, төп бенефициар уҡыу йорттарының дөйөм ятаҡҡа мохтажлығын, вуз-ара берҙәм фәнни майҙан булдырыу талабын һәм төбәк картаһында инновацион тикшеренеү һәм эшҡыуарлыҡ итеү үҙәге кәрәклеген иҫәпкә алып бойомға ашырыла. Кампустың бар биләмәһенең дөйөм майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу. Объекттың тәүге сираты майҙаны 37 мең ярымға яҡын квадрат метрлыҡ бинаны яңыртып ҡороуҙы күҙ уңында тота.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».