Найти в Дзене
Башкортостан 24

Етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһен ҡаты контролгә алырға кәрәк

   Етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһен ҡаты контролгә алырға кәрәк
Етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһен ҡаты контролгә алырға кәрәк

Етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһен ҡаты контролгә алырға кәрәк.

Был хаҡта республика башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әлбиттә, ултырышта, Ҡаҙағстанға эшлекле сәфәренә тулы йомғаҡ яһалды. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Ҡаҙағстан Башҡортостан өсөн төп тышҡы иҡтисади парнерға әүерелә. Республика делегацияһының был илгә үткән аҙналағы эшлекле сәфәр һөҙөмтәләренә туҡталып Радий Хәбиров беҙ үҙ-ара сауҙанан тәрән интеграцияға күсәбеҙ тип белдерҙе. Һүҙ гуманитар-мәҙәни хеҙмәттәшлектәрҙең дә тәрәнәйә барыуы хаҡында. Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев осрашыу барышында беҙҙекеләрҙе сентябрь айында үтәсәк бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына саҡырған. Бөгөндән тулы әҙерлек башларға ҡушты төбәк етәксеһе. Ҡаҙағстан-Башҡортостан форумы эшенә килгәндә ике яҡтың бизнес даирәләре араһында төрлө йүнәлештәр буйынса 120 килешеү төҙөлгән. Аҙнаны йомғаҡлағанда йома Өфөлә үткән “Көслө Республика – Берҙәм Башҡортостан концерт-митингты ла билдәләп китергә кәрәк. Сараға сәбәпсе булған экологик проблемаларҙы иртәгә Учалыла үтәсәк Ведомство-ара комиссия ултырышында күтәрергә вәғәҙә итте Радий Хәбиров. Милли мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү алдағы көндәргә планлаштырылған.Республикала халыҡ кәсептәре йүнәлешендәге хәлдәр менән төп докладтар өлөшөндә вице-премьер Александр Шельдяев таныштырҙы. Былтыр оҫталар 233 миллион һумлыҡ продукция етештергән. Быға дәүләт ярҙамы саралары яҡшы этәргес бирҙе тиелде. Мәҫәлән федераль программа буйынса 500 миллион һумдан ашыу бүленһә, республика тағы ла 11 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Радий Хәбиров халыҡ кәсепселәре менән осрашыу теләген белдерҙе.
Мәҙәниәт өлкәһендәге йыл йомғаҡтарын барлап тармаҡ министры Әминә Шафиҡова 2023 йылда уҙғарылған күләмле саралар буйынса отчет доклады яһаны. Фестиваль, фольклор байрамдары, конкурс, йәрминкәләр һәм халыҡ кәсептәре байрамдарында уҙған йыл 15 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Тамашасылар һаны – 260 меңгә еткән. Был саралар мәҙәниәт менән генә сикләнмәй, ул туристик йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә тиелде Оператив кәңәшмәлә.“Башҡортостан тауары” бренды республикалағы 767 етештереүсене берләштерә. Был ил президентының урындағы брендтарҙы популярлаштырыу тураһындағы йөкләмәһенең яҡшы өлгөһө. Докладта билдәләнеүенсә, 10 йыл эсендә ҡатнашыусылар һаны 10 тапҡырға артҡан. Улар өсөн уҡытыу, тауарын ҙур селтәрҙәргә сығарыу, ритейлерҙар менән эшләү, сит төбәктәрҙә танытыу йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән үткән йыл Абхазия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытайҙа, шулай уҡ Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгендә бизнес-миссиялар ойошторолған. Һөҙөмтәлә 32 компания үҙ продукцияһын экспортҡа сығара башлаған, 224 ойошма ил буйынса тауарын һата башлаған.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».