Найти в Дзене
Башкортостан 24

“Бабай”- халыҡ геройы

   “Бабай”- халыҡ геройы
“Бабай”- халыҡ геройы

“Бабай”- халыҡ геройы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Бабай” халыҡ геройына әйләнде. 3 дронды автоматтан атып төшөрөп, дүртенсеһенән ҡаса алған яугир тураһындағы видеояҙма бөтә интернетты урап сыҡты. Киләһе сюжетыбыҙ ошо турала. Был кадрҙар Донецк Халыҡ Республикаһындағы йүнәлештәрҙең береһендә төшөрөлгән. “Бабай” исемле һалдат ҡаршы яҡтың дрондарын автомат утына тота. Рәсәй һалдаттарын эҙәрлекләгән пилотһыҙ осоу аппараттарының хәҙер үҙҙәре юҡ ителәсәк. Бында иһә Бабай штурмдан һуң беренсе тапҡыр үҙе ҡатнашлығындағы роликты ҡарай. Махсус хәрби операцияға Силәбе өлкәһенән саҡырылған һалдаттың еңендә Ишембай районы гербы төшөрөлгән шеврон. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған һалдат хеҙмәттәштәрен үлемдән аралап ҡала. Батыр һалдаттың яуҙаштары уны хәҙер “легенда” тип тә атай. Әммә бының менән Бабай үҙе ризалашмай. Дрондарҙы атып төшөрөү - командирҙар биргән һабаҡ һөҙөмтәһе. Шул уҡ көндә Рәсәй һалдаттары Украинаның хәрби көстәре урынлашҡан позицияларҙы штурмланы. Күк йөҙөн ҡаплаған геүләү – дрондар тауышы. Интернеттағы роликты ҡараған миллиондарса кешеләрҙең береһе – яуҙа ҡатнашҡан “Бабайҙың” тормош иптәше. Ҡатын әйтеүенсә, ул ирен шунда уҡ, уның атлауынан таныған.Бабайҙы йортонда уның ике улы һәм ҡыҙы көтә. Әйткәндәй, халыҡ батырының өс ай элек ейәне лә донъяға килде. Олатай булған бабайҙы бәпес менән күрештереү өсөн һалдатҡа ике аҙналыҡ ял да бирелгән. Йортта булғандан һуң, яугир үҙе хеҙмәт иткән урынға кире юлланасаҡ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».