Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙҙә "Күлдәк байрамы" уҙғаны бармы?

Ошо көндәрҙә Ибpай мәҙәниәт йopтoнда, "Әйҙәгеҙ күлдәк кейәйек, ҡыҙҙаp!" иcемле ял киcәһе oйoштopoлған. Ул "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткән. Был хаҡта Земфира Аҡбутина үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Кисәгә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары матуp-матуp күлдәктәpҙә килде. Таpиxы булған, бала cаҡтағы, йәш cаҡтағы, үҙҙәре тегеп кейгән күлдәктәpҙән күpгәҙмә ойошторолдо. Башта китапханасы Сәүиә Сабит ҡыҙы күлдәктәрҙең төрҙәре менән таныштырҙы, йомаҡ ҡойҙо. Бөтәһе бергәләп күлдәктәрҙең ниндәй туҡыманан тегелеү тарихына туҡталғандан һуң, кисәгә килгән һәр кем күргәҙмәгә алып килгән күлдәктәре менән таныштырҙы. Гөлбаныу Иҙрисова "Әхирәттәр" ансамбленең иң тәүге күлдәген кейеп килгән. "Уны беҙгә ауылдашыбыҙ Рәшиҙә Хәсәнова текте,"- тине ул. Был күлдәкте тегеүсе Рәшиҙә апай ансамблгә һигеҙ күлдәк тегеүен, 2004 йылда ошо күлдәктәрҙә сығыш яһап, район конкурсында Гран-при алып ҡайтыуҙарын әйтте. Гөлбаныу апайға ауылдашыбыҙ, хәҙерге мәсет урынында йәшәгән Хәсбиямал инәй бүләк иткән күлдәктәрҙе Гөлнур Иҫәнсурина кейеп күрһәтте. Асия Мырҙабаева 1976-1978 йылдарҙа әсәһе теккән, шулай уҡ бейеменең күлдәктәрен күргәҙмәгә алып килгән ине. Миңлебикә Мырҙабаева иһә әсәһенең күлдәге тарихын һөйләп үтте. "Тауарын 90-сы йылдарҙа Үзбәкстандан Ғилмикамал апайҙан алдырҙыҡ. Таҫма ҡуйып тегелгән был күлдәкте мин "Әхирәттәр"ҙә ойоштороп йөрөгәндә сәхнәлә лә кейҙем әле. Ә өҫтөмдәге күлдәк - инә туны, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бүләге," - тине ул. Земфира Хәкимйән ҡыҙы 90-сы йылдарҙа килен булып төшкәс, бейеме Бибизиә Аҡбутина теккән күлдәкте алып килгән күргәҙмәгә, өҫтөндәге күлдәктә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһендә шағирәләр менән сығыш яһауы хаҡында һөйләне. Гөлнара Мөхәмәтйәнова кисәгә күлдәккә арнап яҙылған шиғыры менән килгән: Ибрайҙың ҡыҙҙарынаКүлдәк килешеп тора.Ниндәй күлдәктә булһаҡ та,Үҙебеҙ ҡупшы ғына.Матур күлдәктәр кейепЙәшәйек донъяларҙа.Күлдәктәр туҙһа туҙһын,Үҙебеҙ туҙмайыҡтар! Сәүиә Ҡолмөхәмәтова 1986 йылда мәктәпте тамамлағанда кейгән сығарылыш күлдәген кейеп сыҡты, әле лә бик килешле ине ул! Унан әсәһе алып биргән 1989 йылғы күлдәкте, 1983 йылдарҙағы ситса, сатин күлдәктәрҙе күрһәтте. Нурсилә Күсәрбаева әсәһе Һылыубикә инәйҙең балитәкле күлдәген күргәҙмәгә алып килгән. Зөләйха Күсәрбаева иһә бала саҡта Мәрйәм апаһы теккән күлдәктәр хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Гүзәл Тоҡомбәтова ҡыҙҙары Нурзилә һәм Рәмзиләнең бала саҡтағы күлдәктәрен килтергән. Мәктәптә сағында "Һылыуҡай" конкурсында еңгән Нурзилә үҙ ҡулдары менән киндер тоҡтан эшләгән күлдәк тә үҙенсәлекле ине. Барыһы ла күлдәктәрен күрһәтеп, тарихын һөйләгәс, күлдәк тураһында "Райхан", "Зәңгәр күлдәк" исемле йырҙар, таҡмаҡтар йырлап, күңелдәрҙе күтәреп алдыҡ. Гөлнур һәм Яҙгөл Иҫәнсуриналар ҡунаҡтарға "Бишбармаҡ" бейеүен тәҡдим итте, бик матур бейейҙәр! Уларға ҡушылып, бейешеп тә алдыҡ. Аҙаҡтан, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре алып килгән күcтәнәcтәp менән cәй эcте. Табын артында алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләп таралышты улар. "Күлдәк байрамы" бик матур үтте", - тип яҙғандар. Ибрай ҡатын-ҡыҙҙары күлдәк кейә, ә һеҙ күлдәк кейергә яратаһығыҙмы? Килешәме һеҙгә күлдәктәр? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм текст сығанағы: Земфира Аҡбутина.