Әбйәлил районының Хәлил ауылының төркөмөндә "Ауылым матур кешеләре менән" тигән рубрика бар. Был юлы унда Венера Ниғмәтуллина тураһында һөйләгәндәр. "Венера Мәһәҙей ҡыҙы 1938 йылдың 23 февралендә Мәхмүт ауылында ғаиләлә икенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Уның бала сағы һуғыш осорона тура килгән. Аталары Фин һуғышынан ҡайтып, Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1946 йылда ғына ҡайтып төшә. Венера апай 16 йәшендә генә 19 йәшлек Хөсәйен ауылы егете Зәкир ағайға кейәүгә сыға. Башта улар Хөсәйен ауылында йәшәй, 1966 йылда Хәлил ауылына күсеп киләләр. Венера Мәһәҙей ҡыҙы - ете балаға әсәй, 16 ейәнгә, 22 буләсәргә бәхетле өләсәй. Балалары бөтәһе лә имен-һау, бәхетле тормош көтә. Тормош иптәше менән 67 йыл бергә бәхетле ғүмер юлы үтәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек Зәкир ағай 86 йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул ауыл Советында эшлэне, колхозда ла, ауылда ла алмаштырғыһыҙ мал табибы булды. Оло йәштә булһа ла, Венера апай балаларын йыйып, өйөнөң усағын һундермәйесә үҙ донъяһын үҙе көтә. Күпертеп икмәктәрен бешерә, табынынан ризыҡ өҙөлмәй, күршеләре менән матур итеп ҡатнашып йәшәйҙәр. Ауылыбыҙҙың ихтирамлы кешеһенә ныҡлы һаулыҡ, балалар ҡыуаныстарына төрөнөп оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ", - тип яҙған ауылдаштары. Беҙ ҙә был теләктәргә ҡушылабыҙ. Рәсәйҙәге Ғаилә йылында ғаиләләге шатлыҡтар күберәк булһын! Фото: https://vk.com/xalilovo