Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таңсулпаныбыҙ тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Таңсулпан Байтимерова тыуған көнөн билдәләй. Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы йәмле Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында тыуып үҫкән. "Башҡортостан" гәзитенә эшкә килеү менән ул йәнле һүрәтләмәләр яҙып, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштороп гәзит уҡыусыларҙың ихтирамын яуланы. Һәр һанда тиерлек уның мәҡәләләре баҫыла, олоһо ла, кесеһе лә уларҙы һәр саҡ көтөп ала. Әле ул редакцияның иң ҡайнап торған мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлегендә ҡәләм тирбәтә. Гәзитебеҙ ҡыҙыҡлы, уҡымлы булып сыға икән, бында Таңсулпандың да өлөшө бар. Иң мөһиме, ул эшен ярата. Республикабыҙ буйлап командировкаларға сыға, халыҡ менән осраша, үҙе лә йәш кеше булараҡ, йәштәр мөхитендә ҡайнай, ижад менән шөғөлләнә. Таңсулпан бәхетле ҡатын – иренең төп кәңәшсеһе, терәк-таянысы, ә ике улы өсөн хәстәрлекле әсәй. Хеҙмәттәшебеҙҙе күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ғүмереңдең яҡты киләсәген Алһыу таңдар аша ҡаршыла, Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар, Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда. Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите коллективы.