Йәштәргә кәңәш биреүе ауыр. Был бигерәк тә ғаилә ҡороуға бәйле булғанда. Бөрө ҡалаһынан Руфина иһә түбәндәгеләр хаҡында һөйләне. “Күптән инде илле йәшем тулды. Шөкөр, ике ҡыҙым – ике таянысым – бар. Бәләкәсе – мәктәптә, ҙуры юғары уҡыу йортонда уҡый. Яңыраҡ өлкәне Алтынай бөтөнләй үҙгәрҙе: холҡо ла, үҙен тотошо ла, хатта кейеме лә. “Әһә, ҡыҙым беренсе тапҡыр ғишыҡ утында яна, ахыры. Тиҙҙән буласаҡ кейәү менән дә таныштырыр әле”, – тип уйлап ҡуйҙым. Ысынлап та, ике-өс аҙнанан һуң 18 йәшлек Алтынай өйгә егетен алып килде. Уның исеме – Альберт. Ипле, һүҙҙе артыҡ һөйләмәй, тыныс. Мин уның айырыуса киләсәккә план ҡороп йәшәй белеүенә, үҙ торлағын һатып алыу өсөн уҡыуҙан һуң ике урында эшләп өлгөрөүенә хайран ҡалдым. 20 йәшлек егеттең ошондай маҡсатлы булыуы һоҡландырҙы. Ә мин, Алтынайым елғыуар, фыртауай бер егет менән таныштырыр инде, тип ҡотом осоп көтә инем. Шуға, уйлағанымдың дөрөҫ түгеллегенә инанғас, эстән сикһеҙ ҡыуандым. Быға тиклем ошондай һәр һүҙен уйлап һөйләгән, тырыш йәш кеше