29 ғинуарҙа Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мәктәптәренең 10-сы класс уҡыусылары һәм Урал аръяғы профессиональ колледждарының I курс студенттары менән осрашты. Улар Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик парк базаһында уҡыу сборы үтә. Осрашыуға барлығы 280 үҫмер йыйылды. Үҙ сығышында Радий Хәбиров әлеге заман шарттарында патриотик тәрбиәнең айырым әһәмиәткә эйә булыуын, уҡыу сборҙары уҡыусылар һәм студенттар өсөн олоғайыу мәктәбе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров егеттәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, һеҙҙең өсөн герой кем тигән һорауға ул, тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тип яуап бирҙе. “Яугирҙәргә Башҡортостан уҡыусылары нисек ярҙам итә ала?” тигән һорау ҙа яңғыраны. “Иң мөһиме – яҡшы уҡығыҙ. Шулай уҡ һәр муниципалитетта окоп шәмдәре эшләгән, маскировка селтәре үргән йәмәғәт ойошмалары бар, уларға ярҙам итеп, һеҙ кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға өлөш индерә алаһығыҙ”, тип яуапланы төбәк етәксеһе. - Беҙ һеҙ Башҡортостанда йәшәргә, эшләргә теләһен өсөн планлы эш алып барабыҙ. Был бик мөһим. Һеҙ яҡшы белем алһын өсөн колледждарҙы модернизациялау буйынса бөтә төрлө федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ, республика вуздарының матди-техник базаһын нығытабыҙ. Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү проектын тормошҡа ашырабыҙ. Яңы эш урындары булдырабыҙ, Башҡортостан иҡтисадының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итәбеҙ. Республикала – ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла - тормош шарттарының яҡшы булыуы мөһим. Шуға ла планлы рәүештә спорт объекттары, мәҙәниәт йорттары төҙөйбөҙ, йәмәғәт урындарын уңайлы итеп үҙгәртәбеҙ – һеҙ лайыҡлы хеҙмәт итһен, тулы тормош менән йәшәһен, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен өсөн инфраструктура булдырабыҙ, - был Радий Фәрит улының республикала йәштәргә ниндәй ярҙам күрһәтелә тигән һорауға яуабы. Бәләкәй ватанға ярҙам итеү мөһимлеге тураһындағы һорауға Радий Хәбиров “Атайсал” республика проекты тураһында һөйләне. “Уның маҡсаты – Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтарыбыҙ үҙ ҡалаларына, ауылдарына ярҙам итһен, тыуған яғын онотмаһын өсөн оптималь шарттар булдырыу. Кемдер шишмәне төҙөкләндерә, икенсе берәүһе мәсетте... Былтыр ғына ла бәләкәй ватанына ярҙам маҡсатынан кешеләр 3 млрд һумға яҡын аҡса йүнәлткән”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Артабан ул “Патриот” паркының үҫеше һәм республиканың башҡа райондарында ла ошоға оҡшаш үҙәктәр асыу кәрәклеген билдәләне. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы егеттәргә әүҙем йәшәү позициялары өсөн рәхмәт әйтте. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174530.html
Радий Хәбиров “Патриот” паркында республика уҡыусылары һәм студенттары менән осрашты
29 января 202429 янв 2024
2 мин