“РБК-Уфа” телеканалы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән ҙур интервью ойошторған. Министрҙар кабинеты етәксеһе республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә баһа бирҙе, пландары, перспективалы партнерҙар һәм төбәктең потенциалы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә санкциялар баҫымы яһалыуына ҡарамаҫтан, 110-дан ашыу ил менән мөнәсәбәттәр һаҡлана. Айырыуса ун ил менән тышҡы тауар әйләнеше яҡшы ойошторолған. Бына улар: Ҡытай, Төркиә, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Латвия, Ҡырғыҙстан, Нидерланд, Иран. Лидерлыҡты Ҡытай тота, унан ҡала Ҡаҙағстан, Төркиә, Беларусь Республикаһы килә. “Был илдәр менән эш яҡшы ойошторолған, шуға күрә борсолмайбыҙ, – тине Премьер-министр. – Йөҙҙән ашыу илгә беҙҙең продукция оҙатыла. Башҡортостан экспортының яртыһынан күбеһе энергетик булмаған тауарҙар тәшкил итә”. Андрей Назаров Ҡаҙағстандың күптәнге тарихи мөнәсәбәттәр нигеҙендә стратегик партнер булыуын, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың мен
“ Көнбайыш беҙҙе яңы партнерҙар табырға мәжбүр итте”
29 января 202429 янв 2024
1 мин