Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә 2023 йылда республиканың ҡала һәм райондарында үткәрелгән брендлы мәҙәни сараларға йомғаҡтар яһалды. Был ваҡиғалы саралар муниципалитеттың йөҙөк ҡашына әүерелергә тейеш тигән бурыс ҡуйылғайны. Былтыр бөтә муниципалитеттар ҙа брендлы саралар үткәреү өсөн 500 йөҙәр мең һум аҡса алды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, башлыса райондар быға тиклем күп йылдар дауамында ойошторолоп килгән этник мәҙәниәт фестивалдәре, фольклор һәм йола байрамдары, конкурстар һәм йәрминкәләр үткәргән. – Республикала йыл һайын бик күп мәҙәни саралар үтә, шуға күрә дәүләт ярҙамын уларҙың айырыуса билдәле булғандары алды. Мәҫәлән, Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары”, Сибайҙа “Ирәндек моңдары”. Улар 27 йыл дауамында үтеп килә. Шулай уҡ Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамы йәки “Салауат йыйыны” фольклор фестивале кеүек республика байрамдары ла инә. Бөтәһе 57 традицион һәм танылыу яулаған проекттар, – тине Әминә Шафиҡова. Алты муниципалитет яңы брендлы сара булдырырға ҡарар иткән. Мәҫәлән, Асҡын районында “Башҡорт йолалары вариҫтары” республика фестивале, Учалы районында – “Учалы йәшмәһе” конкурс-фестивале, Благовар районында – “Благовар ҡаурыйы" этно мәҙәни фестивале. Бүленгән аҡсаға муниципалитеттар саралар үткәреүгә кәрәкле ҡорамалдар һәм материалдар һатып алған. Уларҙы артабан да файҙаланырға була. Аҡсаның бер өлөшө приз фондын арттырыуға йүнәлтелгән, был бәйгеләргә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Былтыр бындай сараларҙы ойошторуҙа 15 мең кеше ҡатнашҡан, уларға 260 мең кеше килгән. – Һәр райондың үҙ мәҙәни сараһы булырға тейеш. Һәр муниципалитет бының өсөн тырышһын. Бында һүҙ мәҙәниәт тураһында ғына түгел, ә иҡтисад, муниципалитеттың абруйын һәм туристарҙы йәлеп итеү һәләтен арттырыу. Шулай булғас Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән анализ яһарға һәм артабан хәрәкәт итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.