“Башҡортостан продукты” республика проекты 2013 йылдан башланды. Ошо ваҡыт эсендә унда 767 етештереүсе берләште, улар 29 мең төр продукцияны тейешле сифат билдәһе менән маркировкалай. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне. Ҡатнашыусыларҙы 631-е аҙыҡ-түлек һәм 136-һы ризыҡҡа ҡарамаған тауарҙар етештерә. “Башҡортостан продукты” дипломына эйә 224 предприятие үҙенең тауарын илдең башҡа төбәктәренә һата. – Башҡортостандың 2023 йылдың 11 айы күрһәткестәре буйынса күмәртәләп тауар һатыу әйләнеше 23,2 процентҡа үҫкән. Был үҫеш динамикаһы буйынса - Волга буйы федераль округында беренсе урын. Бындай күрһәткестәргә проект эшмәкәрлеге лә бик ярҙам итте, – тине министр. Сит илдәргә проектта ҡатнашыусы 32 предприятие үҙ тауарын ебәрә. Төп йүнәлештәр – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Төркиә һәм Иран. Республика был илдәргә бал һәм умартасылыҡ тауарҙары, колбаса һәм ит деликатестары, һөт, сыр тауарҙары, бальзам һәм үләндәр, консервалар, шулай уҡ юл-төҙөлөш материалдары, пластмасса изделиелар, минераль ашламалар алып бара. – Беҙ муниципалитеттарҙың “Башҡортостан продукты” проектына йәлеп ителеүен тикшерҙек. Иң күп дипломаттар булған биш алдынғы район исемлегенә Ғафури, Нуриман, Дәүләкән, Тәтешле һәм Шаран райондары инә, – тине Алексей Гусев. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.