Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика яҙыусылары менән осрашты. Унда башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, авторҙарға һәм нәшриәт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, ижади әҫәрҙәрҙе уҡыусылар даирәһен киңәйтеү, шулай уҡ йәштәргә әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыуҙа төбәк етәксеһе Башҡортостан яҙыусыларына күп йыллыҡ хеҙмәт һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе. - Яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижади эшмәкәрлеге республикабыҙ һәм бөтә ил тормошоноң әхлаҡи өлөшөн формалаштырыуҙа бик әһәмиәтле. Бигерәк тә бөгөн, бергәләп ауыр һынауҙар үткәндә, һеҙҙең һәр һүҙегеҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә, ысынлап та, бик күп нәмә бәйле, – тине Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция ваҡытында Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында әҫәрҙәр ижад иткән авторҙарға республика ярҙам итергә әҙер, тип билдәләне ул. Был осраҡта яҙыусыларға 10 мең миллионға тиклем грант бүленәсәк. Һуңғы бер йыл эсендә йылдам үҫешеп, бихисап республика, халыҡ-ара саралар уҙғ