Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста 10 лаборатория урынлаша

Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратын төҙөү декабрь аҙағында тамамланды. Графикка ярашлы кампуста фәнни лабораторияларҙы монтажлау эше бара. -Кампустың маҡсаты – сәнәғәткә алдынғы техник ҡарарҙарҙы индереү. Вуз-ара кампус – инфраструктураның яңы объекты ғына түгел, фән үҙгәрештәренең катализаторы ла. Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағында алтынсы һәм етенсе ҡаттар буласаҡ. Дүрт мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда 10 фәнни-белем биреү һәм тикшеренеү үҙәктәре, лабораториялары урынлашасаҡ, - тине ӨДНТУ-ның ректоры Олег Баулин. IQ-парктың ике ҡатында ӨДНТУ-ның түбәндәге лабораториялары урынлашасаҡ: реверсив инжиниринг үҙәге, йәштәрҙең бизнес-акселераторы, университет стартап-студияһы, трансфер технологиялары үҙәге, тирә-яҡ мөхитте мониторинглау һәм климат лабораторияһы, креатив индустрия һәм урбанистика лабораторияһы һәм башҡалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кампусты төҙөү Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.