Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡурҡыныс аварияла дүрт кеше һәләк булды

Бөгөн иртә менән Свердловск өлкәһендә фажиғә була. Новоуральск ҡалаһының “Кедр” балалар хоккей командаһы спортсылары Өфөлә ярышта булып, автобуста ҡайтып барған саҡта аварияға осрай. Унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Турнир Өфө ҡалаһында үтә. Балаларға ҡайтыр өсөн ике тапҡыр транспорттарын алмаштырырға тура килә. Тәүҙә улар Өфөнән поезда Силәбегә тиклем бара, аҙаҡ ”Ютонг” автобусы менән юлдарын дауам итә. Авария Серов трактында була. Автобус тәүҙә “Ситроен” машинаһы менән бәрелешә, аҙаҡ юлдан осоп, ағасҡа барып бәрелә. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, аварияның сәбәбе – шартлаған тәгәрмәс. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтар шинаның шипһыҙ булыуы тураһында ла әйтә. Команданың тренеры 67 йәшлек Виталий Плешков ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә. – Беҙ автобус менән ҡайтырға теләмәгәйнек. Өфөнән тураға поезда ҡайтырға уйланыҡ, тик билеттар булманы. Автобус Силәбе өлкәһендә булған саҡта уҡ саҡ юлдан осмағайны. Уның тәгәрмәсе ҡышҡы түгел, тине ҡотҡарыусылар. Салонда бер кем дә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерм

Бөгөн иртә менән Свердловск өлкәһендә фажиғә була. Новоуральск ҡалаһының “Кедр” балалар хоккей командаһы спортсылары Өфөлә ярышта булып, автобуста ҡайтып барған саҡта аварияға осрай. Унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Турнир Өфө ҡалаһында үтә. Балаларға ҡайтыр өсөн ике тапҡыр транспорттарын алмаштырырға тура килә. Тәүҙә улар Өфөнән поезда Силәбегә тиклем бара, аҙаҡ ”Ютонг” автобусы менән юлдарын дауам итә. Авария Серов трактында була. Автобус тәүҙә “Ситроен” машинаһы менән бәрелешә, аҙаҡ юлдан осоп, ағасҡа барып бәрелә. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, аварияның сәбәбе – шартлаған тәгәрмәс. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтар шинаның шипһыҙ булыуы тураһында ла әйтә. Команданың тренеры 67 йәшлек Виталий Плешков ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә. – Беҙ автобус менән ҡайтырға теләмәгәйнек. Өфөнән тураға поезда ҡайтырға уйланыҡ, тик билеттар булманы. Автобус Силәбе өлкәһендә булған саҡта уҡ саҡ юлдан осмағайны. Уның тәгәрмәсе ҡышҡы түгел, тине ҡотҡарыусылар. Салонда бер кем дә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәйне, – тигән “КП-Екатеринбург” баҫмаһына хоккейсыларҙың береһе. Икенсе машиналағы кешеләр һәләк була. Билдәле булыуынса, унда ғаилә пары һәм риелтор ултырған. Улар Новоуральскиҙан фатир ҡарар өсөн Екатеринбург ҡалаһына юлланған булған. Шулай уҡ дүрт егет йәрәхәт алған, береһе ауыр хәлдә. Фото: neyva-news.ru