Ул “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың декабрендә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм ”Эталон” төркөмө кампусты төҙөүгә һәм артабан файҙаланыуға концессия килешеүе төҙөнө. Радий Хәбиров лаборатория биналарында булды һәм IQ-парктың архитектура-планлаштырыу ҡарарҙары менән танышты. Проект өсөн яуаплы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бинала төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыуы хаҡында һөйләне. Кампустың тәүге резиденттары – Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты. 2024 йылдың ғинуар аҙағында IQ-паркта 20-нән ашыу лаборатория һәм инновацион майҙансыҡ урынлашасаҡ. Улар иҫәбендә – заманса ҡорамалдарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм төрлө патологияларҙы дауалау өсөн БДМУ-ның уҡыу кластары, шулай уҡ “Киләсәктәге медицина” кабинеты. Башҡортостан Башлығы кампустың беренсе сираты биналарының планлаштырылыуын һәм дизайнын юғары баһ