Найти тему
Башҡортостан гәзите

Етем-балаларҙың торлаҡҡа сираты кәмей

Былтыр Башҡортостанда 890 етем баланы торлаҡ менән тәьмин иткәндәр. Был маҡсатта федераль һәм республика бюджеттарынан 1,6 миллиард һум аҡса бүленгән. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин хәбәр итте. Республикала торлаҡ менән тәьмин итеүгә сиратта 7982 бала тора, уларҙың 5088-нең торлаҡ алыуға хоҡуғы еткән, был балалар бәлиғ булғандар. – 2023 йылға тиклем етем-балаларға торлаҡ найм килешеүе буйынса ғына бирелә ине, – тине Владислав Сидоркин. – Ә былтырҙан республика бюджеты иҫәбенә 3,2 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты индерелде. Уның менән 23 йәштән өлкән, эшкә урынлашҡан һәм наркология диспансерында иҫәптә тормаған 80 етем бала файҙаланған. Бынан тыш, муниципалитеттар 2023 йылда етем-балалар өсөн 662 фатир һатып алған. – Былтыр контракт төҙөгән биналарҙың бер өлөшөн 2024 йылда, күп фатирлы йорттар төҙөлөп бөткәс биреләсәк, – тине чиновник. 2023 йылдан республикала етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса йыйылған бурысты этаплап бөтөрөү программаһы ғәмәлдә. Быйыл 794 баланы, ә 2030 йылға тиклем 4950 баланы тәьмин итеү күҙаллана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа сиратты кәметеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.