Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алда ҙур эштәр көтә

Дүшәмбе һайын Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәт кәңәшмәһендә һәр ваҡыттағыса уҙған аҙна ваҡиғаларына йомғаҡтар яһалды һәм алдағыһына бурыстар ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған сәфәрҙәр һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың ҙур делегацияһы Ҡаҙағстанға барып ҡайтты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан был илдең иҡтисадына тәрән интеграция башланы. – 23-25 ғинуарҙа ҙур делегация Ҡаҙағстанға барҙы, сәфәр бик емешле булды. Ул беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, квартал һайын тиерлек унда бизнес-миссиялар йәки осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Беларусь менән Ҡаҙағстан – беҙҙең төп ике партнерыбыҙ. Ә Ҡаҙағстан менән тамырҙарыбыҙ ҙа уртаҡ, телдәрҙе аңлайбыҙ, динебеҙ уртаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Осрашыу бик һәйбәт үте. Ҡоро сауҙанан тәрәнерәк интеграцияға күсәбеҙ – беҙҙең предприятиелар унда урынлаша башланы, ә Ҡаҙағстандыҡылар беҙгә килә. Был сәфәр барышында Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты һәм Премьер-министры менән осрашты.

Дүшәмбе һайын Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәт кәңәшмәһендә һәр ваҡыттағыса уҙған аҙна ваҡиғаларына йомғаҡтар яһалды һәм алдағыһына бурыстар ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған сәфәрҙәр һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың ҙур делегацияһы Ҡаҙағстанға барып ҡайтты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан был илдең иҡтисадына тәрән интеграция башланы. – 23-25 ғинуарҙа ҙур делегация Ҡаҙағстанға барҙы, сәфәр бик емешле булды. Ул беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, квартал һайын тиерлек унда бизнес-миссиялар йәки осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Беларусь менән Ҡаҙағстан – беҙҙең төп ике партнерыбыҙ. Ә Ҡаҙағстан менән тамырҙарыбыҙ ҙа уртаҡ, телдәрҙе аңлайбыҙ, динебеҙ уртаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Осрашыу бик һәйбәт үте. Ҡоро сауҙанан тәрәнерәк интеграцияға күсәбеҙ – беҙҙең предприятиелар унда урынлаша башланы, ә Ҡаҙағстандыҡылар беҙгә килә. Был сәфәр барышында Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты һәм Премьер-министры менән осрашты. Улар беҙҙең республикаға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай һәм был иҡтисадҡа ғына ҡағылмай. Мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлек тә күҙ уңында тотола. Осрашыу һөҙөмтәһендә Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев беҙҙең делегацияны Бөтә донъя күскенселәр уйындарына саҡырған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, унда бик ҙур делегация барасаҡ. Һуңғараҡ иһә Башҡортостан үҙендә был сараны ҡабул итергә әҙерләнәсәк. Шулай уҡ үткән аҙнала республика етәксеһе Матбуғат йортона килеп китте. – 23 ғинуарҙа мин Матбуғат йортонда булдым, дәүләт һәм муниципаль киң матбуғат сараларының баш мөхәррирҙәре менән осраштым. Был бинаны электән килеп күрергә теләй инем. Журналистар ҡышын ҡайһы саҡта баштарына шапка кейеп эшләргә мәжбүрбеҙ тиҙәр ине. Кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде. Әле проектлау башланды, Матбуғат йортоноң эсен дә, тышын да ремонтлар кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. 26 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы республика яҙыусылары менән дә осрашты. Унда бар республиканан 60-лап яҙыусы, шағир, драматург ҡатнашҡан. “Ҙур һәм емешле осрашыу булды. Яҙыусылар йәмғиәт торошон сағылдыра, халыҡтың нимә менән йәшәүен белә. Бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булды, беҙҙең эшкә тәнҡит тә ишетелде. Нимәләр тураһында килештек – барыһын да тормошҡа ашыра башларға, яҙыусылар һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк”, – тине республика етәксеһе. Радий Фәрит улы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға яҙыусылар менән халыҡ осрашыуын ойошторорға ҡушты. Был осрашыу халыҡҡа ла, яҙыусыларға ла бик кәрәк. Көндәлек мәсьәләләргә килгәндә, республика әле һаман коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүен дауам итә. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роберт Иштуков белдереүенсә, республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә коронавирус менән ауырыған кешеләрҙе дауалар өсөн 205 урын булдырылған. Уларҙың 40 проценты әлегә буш тора. Урындарҙың кәмеүе сирҙең кәмеүенә бәйле. Мәҫәлән, бер аҙна элек 215 урын булып, уның 31 проценты буш булһа, 15 ғинуарҙа 265 урын әҙерләнгән ине һәм шулай уҡ уның 31 проценты биләнмәй килеш ҡалған ине. Башҡортостанда сирҙе йоҡтороусылар ҙа яйлап кәмей. Уҙған тәүлектә уны 95 кешелә тапҡандар. Дауаханаларҙа 127 пациент ята, уларҙың 83-ө – өлкән йәштәге кешеләр. Өйҙәрендә 1951 кеше дауаланһа, уларҙың 874-е 60 йәштән өлкәндәр. Тәүлек эсендә 97 кеше һауыҡҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Февраль башында Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы асыла. “Беҙ студенттар кампусының беренсе сиратын төҙөп бөттөк. Шуны ҙур ышаныс менән әйтә алам: ул республикала юғары белем биреү мәктәбе системаһындағы иң яҡшыһы. Һәм был ҙур проектыбыҙ – Евразия вуз-ара студенттар кампусының бәләкәй генә бер өлөшө әле, – тине ул. – Уны рәсми рәүештә асыуҙан һуң студенттар, вуз уҡытыусылары, фән эшмәкәрҙәре өсөн асыҡ ишектәр көнө ойоштороғоҙ. Проект улар өсөн ниндәй мөмкинлектәр асҡаны тураһында һөйләһендәр”. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикаға йәнә яуым-төшөм көсәйә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был тағы ҡар таҙартыуға ялыуҙар артыуына килтерәсәк. “Өфөлә ялыуҙар артты, мөрәжәғәттәр иң күбе Киров, Совет, Октябрьский, Орджоникидзе райондарында йәшәүселәрҙән килгән. Ҡала мэрына быны үҙенең шәхси контроленә алырға кәрәк. Шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен таҙартығыҙ. Беҙ уларҙы күп итеп булдырҙыҡ, хәҙер тәртиптә тоторға кәрәк, кешеләр унда ҡыш көнө лә йөрөй алырға тейеш,” – тине Радий Фәрит улы. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҙур докладтар тыңланды. Вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү тураһында һөйләне. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова былтыр республикала үткән брендлы мәҙәни саралар, ә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “Башҡортостан продукты” проекты тураһында сығыш яһаны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.