Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү темаһына һөйләшеү булды. Вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, республикала 17 төр халыҡ художестволы кәсептәре иҫәпләнә. Был матур итеп ташты эшкәртеү, ағасҡа яҙыу, милли кейемдәр әҙерләү, сувенирҙар, һауыт-һаба эшләү һәм башҡалар. Уҙған йылдың 11 айында етештереү күләме 233,5 миллион һум тәшкил иткән. Башҡортостанда был тармаҡта 500 самаһы кеше мәшғүл. Был тармаҡта эшләгән 14 республика ойошмаһының өсөһө генә рәсми теркәлгән – “Ағиҙел” предприятиеһы, “Артель” уҡытыу-етештереү предприятиеһы һәм “Салауат” ательеһы. Теркәләү уларға төрлө федераль ярҙам саралары алыуға ярҙам итә, шул иҫәптән НДС түләүҙән азат ителергә мөмкин. Федераль бюджеттан ярҙам ала алған Рәсәй ойошмалары араһында Башҡортостандан бер генә предприятие ингән – “Ағиҙел”. Былтыр улар 12,9 миллион һумлыҡ субсидия алған. Халыҡ кәсептәрен үҫтереү буйынса республика программаһы буйынса 2023 й