15 күпер, 32 юл үткәргес, ике развязка булдырыу ниәтләнә Дүртөйлө – Ачит юлының тәүге этабын төҙөү барышында. Белгестәр юлдың төп ҡоролмаһы эшенә – Ағиҙел йылғаһы аша күпер эшенә кереште, тип хәбәр итә “Рәсәй автомобиль юлдары” компанияһы. 140 километр оҙонлоҡҡа тиң был участка Екатеринбургҡа тиклем “Восток” М-12 тиҙлекле магистраленең дауамына инәсәк. Был саралар “Транспорт инфраструктураһын модернизациялау” милли проектына (национальный проект "Модернизация транспортной инфраструктуры") ярашлы башҡарыла. Был күпер Борай районының Вострецово ауылы эргәһендә урынлашҡан, ҡоролма 11 терәүҙә торасаҡ. Бөгөнгө көндә күпер эшләүселәр терәүҙәрҙе бетон менән нығытыу эше менән шөғөлләнә. Шулай уҡ башҡа саралар күрелә. Шулай уҡ Дүртөйлө – Ачит юлының тәүге этабында ямғыр канализацияһын булдырыу, яҡтыртыу терәүҙәрен, интеллектуаль транспорт системалары өсөн инфраструктура эшләү бара. Йәйге миҙгел өсөн материалдарҙы әҙерләү ҙә дауам итә. Дөйөм оҙонлоғо 275 километрға тиң Дүртөйлө – Ачит учас