Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күпселек эшсе һөнәрҙәрен һайлаған

Былтыр республикала 3 274 кеше 672 ойошмаға субсидиялы яллау программаһы буйынса урынлаштырылған. “Роструд” хәбәр итеүенсә, Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә икенсе урында алған. “Субсидиялы яллау буйынса федераль программа республикала 2021 йылдың мартында башланды. Ул “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Табып бирелгән хеҙмәт урындарының 83 проценты эшсе һөнәрҙәренә тура килә: тейешле дәүләт ярҙамы булғанда компаниялар слесарь, токарь, электромонтер, иретеп йәбештереүселәрҙе ҡабул итә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ошо ярҙам саралары быйыл да дауам итәсәк”, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Был программа ярҙамында эш биреүсе ойошмалар айырым категория граждандарын эшкә алғанда уларҙың хеҙмәтенә түләү өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Фото: “Башинформ”.