Найти тему
Башкортостан 24

«Красноусол» шифаханаһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

   «Красноусол» шифаханаһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.
«Красноусол» шифаханаһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

«Красноусол» шифаханаһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле Ғафури районында урынлашҡан «Красноусол» шифаханаһы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Бер быуатлыҡ тарихы булған шифаханала күп төрлө ауырыуҙарҙан дауалауҙың яңы алымдары менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты. Өфөнән Әлфиә Байбурина ейәнсәре менән шифанаға ял итергә йыш килә. Килгән һайын Милана өләсәһен етәкләп, йәнлектәрҙе ашатырға ашыға. Вольер-үҙгәрештәрҙең йөҙҙән бер өлөшө генә. Төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә шифахана. Ғөмүмән, етәкселек заман менән бергә атларға тырыша. Ҡайһы саҡта хатта уҙҙырып та ебәрә. Мәҫәлән, был кислород барокамераһы ковидтан һуң организмды тергеҙергә ярҙам итә. Табиптар-тар медицина белгестәре штаты киңәйтелә. 9 табип-физиотерапевтан консультация алыу мөмкинлеге бар. Йыл ярым ваҡыт эсендә шифаханала яңы 200 эш урыны барлыҡҡа килә. Медицина хеҙмәттәре күрһәтеү ысулдары һәм алымдары киңәйтелә. Һуңғы йылдарҙа ғына заманса ҡорамалдарҙа 23 төрлө сирҙән дауаланыу алырға мөмкин. 2022-2023 йылдарҙа “Красноусол” шифаханаһында төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙә эште дөрөҫ ойоштороу йәһәтенән дауалау-диагностика комплексы, спорт-һауыҡтырыу, туҡланыу комплексы, хәүефһеҙлек хеҙмәте, тьәмин итеү һәм сауҙа бүлектәре барлыҡҡа килә. Шифахана 200-ҙән ашыу спа-процедура тәҡдим ителә.Файҙалы процедураларҙан һуң фитобарҙа, шифалы, үләнле сәй, кислород коктейле эсергә мөмкин. “Красноусол” курорты 559 урынға иҫәпләнгән. Унда тире, аш һеңдереү һәм тын алыу юлдарын, һөйәк-мускул, репродуктив һәм нервы системалары сирҙәре менән яфаланған пациенттар һаулыҡтарын нығыта ала. Былтыр ғына шифаханала 20 меңдән ашыу кеше ял иткән. Һауыҡтырыу, ял һәм күңел асыу инфраструктураһы, бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған курорт Рәсәй һәм яҡын сит илдәр араһында киң билдәлелек алды. Шифахана етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов билдәләүенсә, быйыл урология һәм колопроктология бүлеген, бишенсе һәм алтынсы корпустар араһында 120 урынлыҡ кафе-ашхана, саңғы-роллер трассаһын төҙөү дауам итә. Шифахананың 100 йыллығына тантаналы саралар һәм көҙөн академикатар, курорталогия белгестәре ҡатнашлығында ғилми ғәмәли конференция ойоштороу ҡарала.2023 йылдың декабрендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә «Красноусол» шифаханаһын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелгәйне. Рәмил Бәҙретдинов унда йыл әйләнеһенә эшләгән курортҡа килергә теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы тураһында белдерҙе.Шифаханаң күңел асыу үҙәгендә лә үҙгәрештәр бар. Хәҙер йәштәр командаһы ял итеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы саралар, уйындар һәм ярыштар ойоштора.Быйыл ҡыш, саңғы ла шыуыу өсөн 2 километр оҙонлоғондағы трасса һалынған.Шулай уҡ шифаханала быйыл Һырғалаҡ та барлыҡҡа килгән. Бында ял итеүселәр генә түгел, ә теләгән һәр кем килеп конькиҙа шыуа ала. Бигрәк тә мәктәп балалары өсөн был яратҡан урынға әйләнгән.Саф һауала йөрөп алғандан һуң, һыулы киҫмәккә сумыу тән сихәте бирә. Красноусол шифаханаһанаһында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа үҙенә файҙалы шөғөл таба ала. Шифахана тотороҡло үҫешә һәм быны финанс-иҡтисади күрһәткестәр ҙә раҫлай. 2022-се йылдан төп капиталға инвестициялар 300 миллион һумдан ашып киткән. Аҡса медицина ҡорамалдары һатып алыуға, объекттар төҙөүгә һәм төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтелгән.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».