Найти тему
Башкортостан 24

«Өфө ваҡыты» 25 январь: Экрандағы тормош

   «Өфө ваҡыты» 25 январь: Экрандағы тормош
«Өфө ваҡыты» 25 январь: Экрандағы тормош

Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғилмановаға 70 йәш

Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғилмановаға 70 йәш. Хеҙмәт юлын “Башҡортостан радиоһының” Ғафури районы хәбәрселәр пунктында башлаған журналист исеме бөгөн Рәсәй һәм БДБ илдәрендә яҡшы таныш. Бихисап программалар авторы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы “Өфө ваҡыты” тапшырыуында үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Шәүрә Ғилманова милли матбуғат, региональ телевидениены үҫтереүҙе иң кәрәкле йүнәлештәрҙең береһе тип иҫәпләй. Сөнки, теге йәки был миләттең үткәне, бөгөнгөһө, тарихы менән мәҙәниәте ерле халыҡҡа, киләсәк быуынға кәрәк. Икенсенән, тап телевидение һәм радиотапшырыуҙар, театр тел һағы нигеҙе. Тапшырыу барышында Шәүрә Ғилманова тамашасылар һорауҙарына ла тура эфирҙа яуап бирҙе.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».