Ошо ауылда йәшәүсе педагог, әүҙем йәмәғәтсе Гөлнур Заһирова беҙгә түбәндәге яҙманы ебәргән: “Үҙеңде һәм эргәңдәге кешеләрҙең тормошон яҡшыртам тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырма!” – республикала киң танылыу яулаған урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы тап ошо принцип буйынса эшләй. Учалы районында һуңғы йылдарҙа программа нигеҙендә барлыҡҡа килгән спорт, балалар майҙансыҡтары, яңыртылған социаль учреждениелар, заманса яҡтыртылған урамдар – берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Бар проекттар республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Район биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар ҙа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҙур өлөш индерә. Бигерәк тә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының, Башҡорт алтын табыу компанияһының, Учалы тегеү фабрикаһының өлөшө тос. Бөтә нәмә лә үҙеңдән тора, тырышһаң, ауыл ерендә лә уңайлы шарттар тыуҙырып, рәхәтләнеп йәшәп була. Өҫтәүенә, халыҡтың йәшәйешен, көнкүрешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән ошодай программаларҙың булыуы иртәгәһе көнгә өмөт менән